«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?



02.10.2010 Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?

«Башҡортостан Республика­һында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» Законға ярашлы, 11 октябрь – Республика көнө – байрам көнө булып тора.
Быйыл ул дүшәмбегә тура килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнөнөң оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 9, 10 һәм 11 октябрь ял көндәре булып тора, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һылтанып.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға