«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Билеттар исемләп һатыласаҡ



05.10.2010 Билеттар исемләп һатыласаҡ

Билеттар исемләп һатыласаҡ5 октябрҙән билет һатып алғанда «Башавтотранс»тың ҡала-ара маршруттары буйынса йөрөүсе бөтә пассажирҙарҙан паспорт йәки башҡа төрлө танытма талап итәсәктәр.
Һөҙөмтәлә «Башавтотранс»та теге йәки был йүнәлеш буйынса китеүсе һәр кешенең фамилияһын, хатта автобуста ниндәй урында ултырыуын әйтә аласаҡтар. Билеттарҙа уларҙы һатып алыусыларҙың паспорт мәғлүмәттәре индерелгән графа барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, «Транспорт хәүефһеҙлеге тураһында» Федераль закон кешеләрҙе алыҫ араға сығарыу­сы бөтә автоташыусыларҙан исемле билеттар биреүҙе талап итә.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға