«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ветерандар ҡотлауҙар ҡабул итә



27.04.2012 Ветерандар ҡотлауҙар ҡабул итә

24 апрелдән Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 67 йыллығы уңайынан Рәсәй Президентының шәхси ҡотлауҙарын алып барып еткереү буйынса күләмле эш башланды.
Рәсәй Президенты ҡотлауҙарын почтальондар адресаттар­ҙың ҡулына тапшыра, әммә ҡотлауҙы алғанда ҡултамға ҡуйыу мотлаҡ түгел. Улар 30 апрелгә тиклем тапшырылып бөтәсәк. Шул уҡ мәлдә ветерандар планлаштырылған ваҡытта ҡотлау хатын алып өлгөрмәһә, ҡотлау­ҙар, адресаттарҙы көтөп, бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ.
«Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре исемле ҡотлауҙарҙы тапшырмайынса ҡалмаясаҡ. Кәрәк булһа, ветерандарҙың яңы адрес­тарын да асыҡлаясаҡтар. Күрһәтелгән ваҡытта аҡланырлыҡ сәбәптәр буйынса тапшырылмай ҡалған ҡотлауҙар ебәреүсеһенә кире ҡайтарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға