«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Йәш гвардия»сылар йәштәр менән осраша



05.10.2010 «Йәш гвардия»сылар йәштәр менән осраша

Салауатта «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы»ның республиканың көньяҡ төбәгендәге бүлексәһе етәкселәренең күсмә ултырышы үтте. Унда муниципаль ойошмаларҙың вәкәләтле органдары ҡарамағындағы йәштәр палаталары рәйестәре лә ҡатнашты.
Ултырышта «Йәш гвардия»ның урындағы штаттарының һәм йәштәр парламенттарының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре тикшерелде. Унда ҡатнашыусылар 72-се профессиональ лицейҙа «Йәш һайлаусылар клубы» сиктәрендә ойошторолған дискуссияларҙа ҡатнашты, ә 19-сы профессиональ лицейҙа «Йәш гвардия» сафын тулыландырыусылар тәбрикләнде.
Октябрь-ноябрҙә күсмә ултырыштар Белорет, Бөрө, Күмертау, Октябрьский ҡалаларында һәм Өфө районында уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға