«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



05.10.2010 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәми­товтың Указы менән Андрей Трухан Башҡортостан Президентының эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде. Андрей Петрович Трухан 1973 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. 2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Ағиҙел йылға бассейнының һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу буйынса федераль дәүләт учреждениеһы директоры булып эшләгән.

5 – 7 октябрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Медицина» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күргәҙмә саралары өлкәһендә Өфө экспозицияһы Урал – Волга буйында иң күләмлеһе. 1995 йылда ул Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзының билдәһе менән бүләкләнә һәм шул ваҡыттан алып йыл һайын үҙенең юғары статусын һаҡлап килә.

Кисә Өфө дәүләт нефть техник университетында иң яҡшы студент­тарға Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиялары тапшырылды. Был юғары стипендияға быйыл 37 студент лайыҡ булды. Бынан тыш, һәләтле йәштәргә уҡыу йортоноң ғилми советының стипендиялары ла тапшырылды.

12 октябрҙән 21-нә тиклем халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн «Социаль ҡыңғырау» акцияһы үтә. Граждандарҙың һорауҙарына психологтар, психотерапевтар, юристар, республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре яуап бирәсәк. Сәғәт көндөҙгө 4-тән 5-кә тиклем 223-22-11 телефоны буйынса һорауҙар ҡабул ителә.

Уҡытыусы йылы барышында Башҡортостанда «Педагог-тикшеренеүсе», «Уҡытыусы-мастер» исемдәрен тапшырыуға конкурс иғлан ителде. Конкурстың маҡсаты – һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уңышлы проекттарҙы, педагогик эҙләнеүҙәрҙе, тәжрибәләрҙе, программаларҙы, ғилми-методик эшмәкәрлекте өйрәнеү. Конкурс ике этапта үтә: һайлап алыу туры – 22 – 30 ноябрҙә, финал – 15 – 16 декабрҙә.

Конгресс-холда Башҡортос­тандың йәш эшҡыуарҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл беренсе тапҡыр уҙғарылған йәш эшҡыуарҙар конкурсында гран-приға Салауат ҡалаһынан Эдуард Мәүлиханов лайыҡ булды. Уға 150 мең һум күләмендә төп премия тапшырылды.

Башҡортостандың биш мәктәбе «Милли байлыҡ – 2010» тигән почетлы статусҡа эйә булды. Улар – Октябрьский ҡалаһының 13-сө дөйөм урта белем биреү мәктәбе, Күмертау ҡалаһының 9-сы мәктәбе, Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбе, Бәләбәй ҡалаһының 1-се башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһының балаларға өҫтәмә белем биреү йәкшәмбе мәктәбе. Юғары наградалар хужаларына Мәскәүҙә Уҡытыусы йылына арналған оло тантанала тапшырылды.

Мәсетле районының Оло Ыҡ­тамаҡ ауылының 1-се лицейының директоры Иван Могильников – «Мәктәп директоры – 2010» Бөтә Рәсәй конкурсының «Яратҡан директор» номинацияһында иң тәүге бишәү иҫәбендә. Конкурстың сайтында хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан вәкиле өсөн 6822 кеше тауыш биргән, һәм ул дүртенсе урында килә. Иван Петровичтың педагогик стажы 18 йыл, шуның 14 йылын директор булып эшләй.

Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов хәбәр итеүенсә, Өфө тимер юл вокзалының беренсе сираты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Уны тамамлау өсөн 170 млн һум аҡса талап ителә. Әлеге көнгә республика бюджетынан 20 млн һум аҡса бүленгән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға