«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа күрҙе икән?



17.08.2010 Ҡайҙа күрҙе икән?

(«Беҙ кейемһеҙме әллә?», «Йәшлек», N15, 11 февраль, 2010 йыл)
«Йәшлек»тәге мәҡәләне уҡығас, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Ав­тор мосолман башҡорт ҡыҙҙарының ғәрәптәр һәм төрөк­тәрҙең мил­ли кейемендә йөрөүенә әсенеп яҙа. Йәнәһе, дини ҡыҙҙарыбыҙ бо­рон­ғоса башҡорт ке­йем­дәрен кейһә, матурыраҡ та булыр, илһөйәрлек тә күренер ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, авторҙың һүҙҙәре менән килешә алмайым, шуға ла яуапты ла оҙаҡ ҡына яҙмай йөрөнөм.
Беренсенән, төрөктәр­ҙең милли кейеме менән башҡорт ҡыҙҙары кейгән нәмә­ләр­ҙә бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Ундағы халыҡ та урамда милли кейемдәрендә йөрөмәй. Әлбиттә, Төркиәлә төбө киңәйтелгән салбар кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә осрай, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр был кейемде йыш кейә. Уларҙың иҙәнгә ултырып ашағанын иҫәпкә алһаң, был аңлашыла. Тик беҙҙең мосолман ҡыҙҙары ундай салбарҙарҙы бөтөнләй кеймәй ҙә баһа!
Ә инде ғәрәптәрҙә, аңлауымса, «милли кейем» тигән төшөнсәнең булыуы мөмкин түгел: улар нисәмә быуат буйы тулыһынса дингә генә буйһоноп кейенә. Автор кемдәрҙеңдер милли кейемендә йөрөгән башҡорт ҡыҙҙарын ҡайҙа күрҙе икән? Бөтә Рәсәй халҡы ҡытай менән Төркиәлә тегелгән салбар-итәктәрҙә йөрөй! Улар кейемде бөтәһе өсөн дә тегергә яраҡлашып алды.
Милләтебеҙҙең боронғо кейемдәре, ысынлап та, бик матур, зауыҡлы һәм инсафлы. Тик уларҙы ҡайҙан алып кейергә һуң? Хәҙер бит күлдәктәр, ҡашмауҙар, еләндәр сәхнә өсөн генә тегелә, ҡыҙҙарыбыҙ урам буйлап сәхнә кейемендә йөрөһөнмө инде? Динде ҡабул итер алдынан кейем тегеү курсын үтергә ваҡыт та, матур итеп үҙеңә күлдәк тегергә оҫталыҡ та кәрәк бит әле – был бөтә кешегә лә бирелгән талант түгел.
Милли кейемдәребеҙҙең матурлығын күрһәтеү – бөтәбеҙҙең дә иңенә һалынған яуаплылыҡ. Уны дин буйынса кейенгән ҡыҙҙарға ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Кейемдәрҙе заманға ла, дингә лә яраҡлаштырып булыуын күрһәтергә теләйбеҙ икән, дизайнерҙарыбыҙ, тегенселәребеҙ ошо йүнәлешкә иғтибарҙы арттырһын ине. Мин үҙем, мәҫәлән, «башҡортса» итеп тегелгән кейемдәрҙә йөрөргә теләйем. Тик ул сәхнә өсөн тегелгән кеүек булмаһын. Үҙем тегә белмәйем, шуға ла оҫталарҙан тәҡдимдәр көтәм.

Айзилә НУРИЕВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға