«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан милицияһына – 30 машина



21.09.2010 Башҡортостан милицияһына – 30 машина

Башҡортостан милицияһына – 30 машинаБашҡортостанда эске эштәр органдары барлыҡҡа килеүенең 91 йыллығы хөрмәтенә Өфөнөң Ленин майҙанында тантаналы парад үтте: унда БР буйынса Эске эштәр министрлығы подразделениелары үҙенең ҡеүәтен һәм дисциплинаһын күрһәтте.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов милиционерҙарҙы ҡотлап, эске эштәр органдарының уңышлы эшмәкәрлеге күп осраҡта уларҙың матди-техник тәьминәтенә бәйле, шунлыҡтан федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған 30 «Нива» автомашинаһы тапшырыла, тине.
Эске эштәр министрлығының фиҙакәр хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм Башҡортостан наградалары менән бүләкләнде







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға