«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



21.09.2010 Донъя яңылыҡтары

Юрий Лужков ялға китте
Юрий Лужков киң матбуғат сараларының «һөжүм»енән һуң бер аҙналыҡ ял алған.
Әле Мәскәү башлығы Австрияла ял итә, шунда уҡ тыуған көнөн дә билдәләргә йыйына.
Юрий Лужковҡа бер аҙналыҡ ял биреү уның тирәһендәге ығы-зығыны туҡтатырға йыйыналар тигәнде аңлатмай, баш ҡала башлығын отставкаға ебәреү мәсьәләһе һаман да көнүҙәк булып тора. Әлбиттә, ул үҙ теләге менән эшенән баш тартырға йыйынмай, үҙен фашлап сығыш яһаған федераль телеканалдарҙы судҡа бирәсәге тураһында хәбәр итә.
Юрий Лужковтың быйылғы йәйҙәге ҡылыҡтары халыҡты сығырынан сығарған. Мәскәүҙә аномаль эҫелек булып, ике аҙна буйы халыҡ торф яныуҙан сыҡҡан төтөнгә сәсәгәндә ул рәхәтләнеп ял итеп ятҡан. Проблеманы хәл итеү өсөн бер ни ҙә эшләмәгән. Мәскәүҙәрҙе шулай уҡ ҡалалағы автомобиль «тығын»дары мәсьәләһе лә борсой. Күптәрҙең фекеренсә, Лужков ҡала мәнфәғәтендә ҡыл да ҡыбырлатмай. Шулай уҡ мэрҙың ҡатыны – Елена Батуринаның донъяның иң бай гүзәл заттарының береһе булыуы ла йәмәғәтселектә ҙур һорауҙар тыуҙыра. Ә Лужков ҡатыны тураһында: «Ул иҫ киткес талантлы, шуға ла бай, мэр ҡатыны булмаһа, тағы ла байыраҡ булыр ине», – тип һөйләй.

Көньяҡ Осетияның тыуған көнө
Кисә Көньяҡ Осетия байрамын – Республика көнөн билдәләне.
1990 йылдың 20 сентябрендә Көньяҡ Осетия Демократик Республикаһы төҙөлгән һәм Милли суверенитет тураһында декларация ҡабул ителгән.
Кисә Көньяҡ Осетияға бик күп сит ил ҡунаҡтары йыйылды, хәрби парад, ҙур концерт ойошторолдо. Парадта Рәсәй һалдаттары ла ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 2008 йылдың 8 авгусында Грузия ғәскәрҙәре Көньяҡ Осетияны утҡа тотто, Рәсәй, осетиндарҙы яҡлап, Цхинвалға үҙенең хәрби техникаһын, һалдаттарын индерҙе һәм был төбәктән грузиндарҙы ҡыуып сығарҙы.

Пакстан ярҙам һорай
Пакстанды һыу баҫыу сәбәпле күрелгән зыяндың күләмен һаман да һанап бөтөрә алмайҙар.
Муссон ямғырҙары килтергән һыу даръяларында кәмендә 1,6 мең кеше батып үлгән, хәбәрһеҙ юғалғандар тағы ла күберәк.
Пакстан халҡы донъя йәмәғәтселегенең матди ярҙамына мохтаж. Йортһоҙ ҡалған кешеләр ваҡытлыса лагерҙарҙа, шарттар булмаған урындарҙа йәшәргә мәжбүр. Дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым етмәй. Торлаҡ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. БМО, Пакстанды «һаҙҙан сығарыу» өсөн кәмендә 2,07 миллиард доллар кәрәк, тип һанай.
Пакстан халҡы, ысынлап та, ауыр хәлдә: балалар, ҡатын-ҡыҙҙар урамда йоҡлай, таҙа һыу йыуынырға түгел, эсергә лә етмәй. Был хәлдең төрлө ауырыуҙар таралып китеүенә килтереүе лә ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға