«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Алты ғаилә урамда ҡалды



21.09.2010 Алты ғаилә урамда ҡалды

Алты ғаилә урамда ҡалдыБыйыл илдәге иң тетрәндергес ваҡиғаларҙың береһе – янғындар. Рәсәйҙә урмандарҙың яныуы, тотош ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, кеше ғүмерҙәрен алып китеүе тураһында үҙәк матбуғат сараларында ла йыш яҙҙылар, телеканалдар ҙа күрһәтте. Беҙҙең район да янғындан ҙур зыян күрҙе. Әле урмандарҙа ут туҡтаны, әммә шәхси секторҙа әленән-әле ут сығып, кешеләр урамда тороп ҡала, һәләк тә булалар. Бына яңыраҡ Тимер юл ауылында алты ғаилә урамда тороп ҡалды.

... Юлия Викторовна, иртә таңдан әхирәтен саҡырта: 8 йәшлек Диманы иртәнсәк уҡыуға оҙатырға кәрәк, ә ҡатын­ға таң һарыһынан эшкә. Ип­тәше эштән һуң ҡайта. Төн­дә ирле-ҡа­тын­лы тышҡа сыға, ете төн уртаһы булһа ла, күршеләренең мунсаһынан аҡ быу кеүек нимәлер сыҡҡанына иғтибар итәләр, тик быға әллә ни әһәмиәт кенә бирмәйҙәр. Сөнки күршеләре Гөлнараның гел һуң мунса инеүенә күнегеп тә бөткәндәр. Аш бүлмәһенә инеп, сәй эсергә ултыралар, тышта ҡапыл яҡтырып китә, күршеһенең мунсаһы дөрләп яна башлай. Юлия тышҡа йүгереп сыға һәм күршеһенә шылтырата: "Һин ҡайҙа? Мунсаң яна бит!" Гөлнара: "Хәҙер, хәҙер, мин ҡайтып киләм", – ти. Юля шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Мунсаға биҙрәләп һыу ҡойоп та маташалар, тик ут күҙ асып йомғансы уны ялмап ала һәм бер метр арауыҡта торған төкәтмәгә тоҡана.
Профсоюз урамында бер-бер артлы барак тибындағы бер ҡатлы ағас йорттар урынлашҡан. Әлбиттә, бында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре лә тупаҫ боҙола. Мәҫәлән, ут сығыуға сәбәпсе булған мунса ла өйгә терәп үк төҙөлгән.
Янғын Профсоюз урамындағы 11-се йортта йәшәүсе Гөлнара Мәү­литшина һәм Юлия Ручушкинаның өйөн шунда уҡ ялмап ала.
Күрше барактағы (12-се йорт) йәшәгән Рәмилә ҡапыл уянып китһә, тышта яп-яҡты. Янғын икәнлеген аңлап ҡысҡыра башлай, тауышҡа ире Руслан уяна. 3 һәм 9 йәшлек балаларын алып, ялан аяҡ тәҙрә аша сығып ҡотолалар. Руслан тиҙ генә ихата эсендәге машинаны этеп сығара һәм әйберҙәр артынан өйгә инә, тик улар янып ҡуя. Ут шундай тиҙлек менән тарала – бер нисә минуттан өйгә яҡын да килеп булмай.
Янғын һүндереүселәр килгәнсе ике баракка ла ут ныҡлап тоҡанған була. Улар өсөнсө баракты ҡотҡарыу сараһын күрә. Күҙ асып йомғансы ике йорт көл-күмергә әйләнә, ә алты ғаилә урамда тороп ҡала. Бөгөн улар, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй, аңҡы-тиңке булып йөрөй. Ярҙам һорап, Тимер юл ауыл хакимиәтенә барғандар. "Мин дә бер нәмә лә юҡ, район хакимиәтенә барығыҙ", – тигән яуап ала кешеләр етәкселәренән. Урындағы хакимиәт тиҙ генә ярҙам күрһәтәһе, йортһоҙ ҡалыусыларҙы ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итәһе урынға, документтар йыйыу өсөн справкалар бирмәй, йә төрлө сәбәптәр менән тотҡарлыҡтар яһап ултыра, тип зарлана зыян күреүселәр. Әле вәғәҙәләр менән туйҙыралар, уныһы ла аныҡ түгел.
Әлеге ваҡытта Юлия Ручушкина ире Вячеслав Петрович һәм 8 йәшлек улы Дима менән мунсала йәшәй, барыр урындары юҡ. Оло улы Игорь ике айҙан хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтырға тейеш. Гөлнара Мәүлитшина ике балаһы менән торлаҡтан баш ҡаға. Рәмилә һәм Руслан Дәүләтбаевтар 9 йәшлек Алһыу һәм 3 йәшлек Алмас менән урамда тороп ҡала. Шулай уҡ 12-се йортта йәшәүсе 1934 йылғы Ғәнифә инәй Мәғәсүмова ҡартайған көнөндә ошондай ауыр хәлдә ҡалды. Пермякова Аня ире менән һәм тағы дүрт кешенән торған ғаилә зыян күрә.
Әлбиттә, һәр ғаилә ярҙамға мохтаж. Кешеләргә ярҙам итеү, тормошто көйләү өсөн ҡуйылған етәкселәр ошондай ҡаза ваҡытында халыҡты хәстәрләргә һәм йортһоҙ ҡалыусыларға төрлө яҡлап ярҙам итергә бурыслы. Зыян күреүселәргә төҙөлөш өсөн яңы ерҙән урын биреү, ағас бүлеү – уларҙың ҡулынан килә торған эш. Ярҙам итеү өсөн яйын да, аҡсаһын да, законын да, мәлен дә табырға мөмкиндер. Теләк кенә кәрәк.
Р.S. Материалды баҫырға әҙерләгәндә, үткән йомала Белорет районының Абҙаҡ ауылында киске сәғәт етеләр тирәһендә ут сығып, 3 өйҙөң яныуы билдәле булды. Бында ла фажиғә сәбәбе – мунса. Ғөмүмән, Белореттың янғын һүндереүселәре өсөн ял көндәре тура мәғәнәһендә бик ҡыҙыу үткән – улар шәмбе – йәкшәмбелә алты янғынды һүндергән.

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға