«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сиратта – виноград



18.09.2010 Сиратта – виноград

Сиратта – виноградЙәй аҙағында халыҡ рәхәтләнеп ҡарбуз ашай. Ул бөтә башлау менән виноградтың хаҡы төшә, тәмлерәктәре лә күпләп килә башлай. Иғтибар иткәнһегеҙҙер инде – әле баҙарҙа, магазиндарҙа ҡарбуздарҙың ныҡ эреләре генә ҡалған, донъялағы иң ҙур еләккә август уртаһындағы кеүек сират та күренмәй. Хәҙер күпләп виноград ашай торған ваҡыт етә. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары һатыусылары әйтеүенсә, быйыл был тәмлекәстең килограмын 20 – 25 һумға ла алып буласаҡ.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 16 сентябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Тоҙло кәбеҫтә 80 –100
Тоҙло ҡыяр 90 –110
ҡыҙыл сөгөлдөр 25 – 40
Һуған 25 – 30
Картуф (арзаны бик ваҡ) 16 – 35
Кәбеҫтә 30 – 32
ҡыяр 40 – 45
Томат 25 – 35
Татлы борос 40 – 50
Кишер 25 – 45
ҡауын 25 – 45
ҡарбуз 12 – 13
Һарымһаҡ 250
Лимон 70 – 80
Дөгө ярмаһы 38 – 44
ҡарабойҙай ярмаһы 38 – 61
Шәкәр 38 – 42
Һыйыр ите 170 – 220
һарыҡ ите 210 – 250
Күркә 250 – 280
Өйрәк 250 – 270
10 дана йомортҡа 23 – 42
Ауыл эремсеге 100 – 120
1 литр кәзә һөтө 100
1 литр ҡымыҙ 55 – 58
Ауыл майы 250
Заводта етештерелгән
аҡ май 148 – 156
0,7 литрлыҡ банкала
ауыл ҡаймағы 130 – 140

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға