«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы металлургия производствоһына – йәшел юл



18.09.2010 Яңы металлургия производствоһына – йәшел юл

Республика йортонда Рөстәм Хәмитов «Мечел» йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Зюзин менән осрашыуҙа инвестиция проектын бойомға ашырыуҙың аныҡ мәсьәләләрен тикшерҙе.
Йәмғиәт етәксеһе ошо төркөмгә ингән Белорет металлургия комбинатында баҡыр сым етештереүгә әҙерлек алып барылыуы тураһында хәбәр итте. Бөгөн комбинатта инновацион йыһаздарҙы урынлаштырыу тамамланыуға бара. Яңы эшмәкәрлек яңы эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Осрашыу барышында комбинаттың эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм «Мечел» йәмғиәтенең Башҡортостанға бәйле алдағы пландары тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов Игорь Зюзинға «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға