«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан делегацияһы – Сочиҙа



18.09.2010 Башҡортостан делегацияһы – Сочиҙа

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы IX халыҡ-ара «Сочи – 2010» инвестиция форумында ҡатнаша.
Ошо сара уңайынан ойошторолған күргәҙмәлә Рөстәм Зәки улы форумға килеүселәрҙе Башҡортостандың инвестиция проекттары менән таныш­тырҙы, шулай уҡ «Инвестиция климаты: маҡсаттар, өмөттәр һәм һөҙөмтәләр» тип аталған пленар ултырышта ҡатнашты. Әйткәндәй, Сочиҙа республика етәксеһе Рәсәй һәм халыҡ-ара сәнәғәт компаниялары, банк ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторҙо.
Республика сарала «Электрон Башҡортостан», «Башҡортостан Олимпия Сочийы өсөн» тип аталған стендтар тәҡдим итте. Һуңғы тема буйынса бүлектә «НефАЗ», «Туймазы автобетоновоздар заводы», «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» йәмғиәттәре хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелгән.
Бөгөн был форум тамамлана. Уның ҙур кимәлдәге сара булараҡ, ыңғай һөҙөмтәләргә килтереүе бәхәсһеҙ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға