«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостандың яңы инвестиция мөмкинлектәре күрһәтелде



18.09.2010 Башҡортостандың яңы инвестиция мөмкинлектәре күрһәтелде

Түбәнге Новгородта "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе төбәк бүлексәләренең төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыусылар пленар өлөш башланыр алдынан төбәктәрҙең инвестиция проекттары тәҡдим ителгән күргәҙмә менән танышты. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин экспозицияның хөрмәтле ҡунағы булды.
Башҡортостан стендында ҡуйылған проекттар менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов таныштырҙы. Республиканың өс проекты – инвалидтар өсөн инновацион институт ойоштороу, Өфөлә транспорт инфраструктураһын һәм «Туймазыбыяла» предприятиеһы базаһында заманса производствоны үҫтереү менән бәйләнгән. Федераль хөкүмәт башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошо проекттарҙың беренсеһе тураһында һөйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Бында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр­ҙең юғары белем алыуы, хәҙерге донъяла уларҙың социаль яраҡлашыуы тураһында һүҙ бара. Был проект – проблеманы хәл итеү өсөн дистанцион, модулле һәм инклюзив белем биреү өлкәһендә инновацион технологияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеге.
Инвалидтар өсөн университет комплексы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы биләгән майҙандар базаһында урынлашасаҡ. Бында әҙерлек инвалидтар өсөн иң оптималь булған йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ – дизайнер, маркетинг, консалтинг, юридик компаниялар өсөн белгестәр әҙерләйәсәктәр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль инвестицияларҙы ла йәлеп итергә кәрәк. Сөнки инвалидтар өсөн университет үҙәге ойоштороу зарурлығы дөйөм дәүләт характерына эйә – Өфөлә төрлө төбәктәрҙә йәшәүселәр әҙерлек үтә аласаҡ.
Башҡортостандың күргәҙмәгә ҡуйылған инвестиция проекттары менән шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Сергей Иванов, илдең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина танышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға