«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө йәштәренә йәнә бер мөмкинлек асылды



11.09.2010 Өфө йәштәренә йәнә бер мөмкинлек асылды

Өфө йәштәре хәҙер эште интернет ярҙамында эҙләй ала. Эшкә урынлашыу буйынса яңы сайт www.hezmet.ru адресы буйынса эшләй башланы.
«Йәштәр өсөн Өфөлә эш» порталы 16 – 35 йәштәгеләр категорияһына иҫәпләнгән. Көн һайын модераторҙар, баш ҡаланың эш биреүсе компаниялары һәм кадрҙар агентлыҡтары сайтта тиҫтәләгән яңы вакансия тураһында мәғлүмәт урынлаштыра. Ә төрлө һөнәрҙәге йәш белгестәр үҙҙәренең резюмеһын теркәй.
Бынан тыш, портал – эш эҙләүселәр өсөн әүҙем аралашыу майҙансығы ла. Форумда «Эш биреүселәрҙең ҡара һәм аҡ исемлектәре», «Эш эҙләү», «Эш тураһында», «Эш хаҡы» кеүек һәм башҡа темаларға мәғлүмәт табырға була. Сайттың махсус бүлегендә ҡалала үткәрелеүсе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән йәштәр акциялары хаҡында оператив яңылыҡтарҙы ла ҡарап барырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға