«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәхетле ҡатнашыусыға – ЖК-телевизор



11.09.2010 Бәхетле ҡатнашыусыға – ЖК-телевизор

«Урал лото» лотереяһының 50-се тиражы компания өсөн генә түгел, ә БСТ студияһында тура эфирҙа ҡатнашыусы өсөн дә ҡыуаныслы булды.
Һуңғы тиражда 31 һаны уңыш һаны булып сыҡҡайны. Тап ошондай һан аҫтында ултырған ҡатнашыусыға программаны алып барыусы Дмитрий Каретко «Уйында уңышыңды һынап ҡара» тигән уйын тәҡдим итә. Һәм Фәнилә Закирйән ҡыҙы, әлбиттә, риза була һәм ул таблола 7 һанын һайлай. Ә был һан артында ЖК-телевизор икәнен күргәс, ҡатнашыусының бәхетенең сиге булмай.
Баҡтиһәң, Фәнилә студияға иң һуңғы булып килеп ингән булған һәм берҙән-бер буш урынға барып ултырған. Әммә һуң килеүе уға ҡамасауламаған, бәхет уны үҙе эҙләп тапҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға