«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



03.09.2011 Өс һөйләм менән

Иран Башҡортостан менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә уйлай. Был хаҡта ислам республикаһы Ирандың ҡаҙандағы генераль консулы Рәсүл Шаян М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында осрашыуҙа белдергән. Улар беҙҙең республикаға фарсы телен өйрәнеүҙә ярҙам итергә ниәтләй.

Башҡортостандан бер төркөм бала быйыл йәй Польшала тел өйрәнеү лагерында ял итеп ҡайтты. Лагерь Варшава янындағы Пултуск ҡалаһында урынлашҡан. Поляк телен­дә аралашыуҙан тыш, уҡыусылар Польшаның тарихы һәм мәҙәниәте менән дә танышты, уларға Варшава, Плоцк һәм Пултуск ҡаларына мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ҙә ойошторолдо.

Аноним шылтыратыу арҡаһында 1 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 26-сы мәктәбендә 720 кеше эвакуациялана. Мәктәпкә бомба һалыныуы тураһындағы хәбәр көндөҙгө сәғәт 2-ләрҙә уҡыусылар синыф сәғәтенә таралышҡан ваҡытта алына. Поли­цейскийҙар һәм ҡотҡарыусылар мәктәптән барыһын да сығара, ә кинологтар бинаны тулыһынса тикшереп сыға, әммә шартлатҡыс табылмай.

Өфө ҡалаһында тәүге социаль ҡунаҡхана асылды. Унда йәшәр урындары булмаған балалар йортоноң сығарылыш синыфы уҡыусылары йәшәйәсәк. Проект Өфө епархияһы һәм бер нисә мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән балалар университеты ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.

Хәйбулла районында «Мәктәп­кә әҙерләнергә ярҙам ит» тигән мәрхәмәтлек акцияһы үтте. Уның сиктәрендә район предприятиелары һәм ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте. Акция барышында барлығы 250 мең һум аҡса йыйылды һәм 150 ғаиләнән 300-ләп бала һиҙелерлек ярҙам алды.

Башҡортостанда йыл башынан алып 77 янғын теркәлгән. Һөҙөмтәлә 475 гектар урман зыян күргән. Сираттағы янғын Ейәнсура районының Байыш урман хужалығында сыҡҡан.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы БР Профсоюздар федерацияһы менән берлектә «Иңдәрҙән-иң» тип аталған конкурс ойоштора. Бәйге республиканың ҡайһы предприятиеһының йәштәр менән эште һөҙөмтәлерәк ойоштороуын асыҡлаясаҡ. Конкурстың һайлап алыу этабы муниципаль берәмектәрҙә 8 октябргә тиклем дауам итә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға