«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Картуфығыҙ уңдымы?



11.09.2010 Картуфығыҙ уңдымы?

Картуфығыҙ уңдымы?«ҡарабойҙай» паникаһы баҫылып та өлгөрмәне, картуф ығы-зығыһы башланды. Бының сәбәбе ябай. Бар ғиллә көҙгә аяҡ баҫҡанда ла картуфтың хаҡы төшмәүенә, хатта күтәрелеүенә, уның уңмауына бәйле. Эсең бошорлоҡ та шул: ни тиһәң дә, картуф икенсе икмәгебеҙ бит. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ошо туралағы уй-фекерҙәрен белер өсөн «Картуфығыҙ уңдымы?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Павел КАЧКАЕВ, Өфө ҡала хакимиәте башлығы (оператив кәңәшмәләге сығышынан өҙөк):
– Баш ҡала магазиндарында һәм баҙарҙарҙа картуф һаман ҡиммәтләнә. Аҙна эсендә көндәлек һаналған туҡланыу продуктына хаҡ яҡынса биш процентҡа күтәрелгән. Шуны ла оноторға ярамай: һатыусылар, картуфҡа хаҡ күтәрелә, тигән имеш-мимеш таратып, халыҡ араһында ажиотаж тыуҙыра. Ысынбарлыҡта хәүефләнергә урын юҡ. Насар һауа шарттары арҡаһында Башҡортостанда картуф уңышының башҡа йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ булыуы көтөлһә лә, күрше төбәктәрҙә уңыш юғары. Өфө бер ваҡытта ла картуф менән эске поставкалау­ҙар иҫәбенә тәьмин ителмәне. Был продукцияның яҡынса 50 проценты һәр ваҡыт башҡа төбәктәрҙән килтерелде. Быйыл күршеләрҙән 50 процент урынына 70 процент картуф һатып алғандан бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Йәшелсә йәрминкәләре осоронда башҡа өлкәләр һәм республикаларҙан килтерелгән картуфҡа хаҡтар түбән буласаҡ.

Сәлимә ИГЕЛЕКОВА, Өфө ҡалаһы, пенсионер:
– Беҙ үҙебеҙ картуф сәсмәйбеҙ, гел һатып алып ашайбыҙ. Йыл һайын был ваҡытта картуфтың бер килограмын алты-һигеҙ һумға һатып ала инек. Әле ул – утыҙ һум! Ғөмүмән, быйыл ҡоролоҡ булды, аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәреләсәк, тип, күберәк запас туплап ҡалырға тырышыу элекке дефицит заманды яңынан хәтергә төшөрә.
Минең уйымса, паниканы һатып алыусылар – беҙ үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Хаҡ арта, картуф булмай икән, тигән хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалмаһаҡ, бәлки, картуфы ла булыр, хаҡы ла ул тиклем үк юғары күтәрелмәҫ. Кем берәү әйтмешләй, ысын ҡоролоҡ баҡсала түгел, ә беҙҙең мейебеҙҙә бит ул. Бар өмөт көҙгө йәрминкәләргә, Алла бирһә, картуфты күберәк һәм арзаныраҡ хаҡҡа шунда һатып алырбыҙ.

Аллабирҙе ДАУЫТОВ, Шишмә райо­ны, картуф һатыусы:
– Йыл һайын картуфтан мул уңыш алып, байтаҡ ҡына аҡса эшләп ала инек. Быйыл илле гектар самаһы ҙур ғына баҡсабыҙҙан да әллә ни мул уңыш­ҡа өмөт итерлек түгел. Алдағы йылдарҙа, ике-өс төптән бер биҙрә сыҡһа, быйыл ете-һигеҙ ояны ҡаҙымайынса күнәкте тултырып булмай. Картуф үҫкән ерҙә үҫкән, ҡайһы бер төптәрҙә бөтөнләй юҡ. Бөтөнләй һатмаҫ инек тә, балаларҙың уҡыуына түләү өсөн йыл һайын икенсе икмәк тип һаналған ризыҡты һатып аҡса тапҡас, башҡа сара юҡ. Хәйер, быйыл картуфты үҙебеҙгә мулыраҡ ҡалдырырбыҙ, тип торабыҙ. Шуға күрә мөгәрәпте лә ҙурайттыҡ. Йәнә лә йыл да баш ҡалаға килеп картуф һатҡас, бер нәмәгә иғтибар иттем: сауҙам яҡшы барһа ине, тип оҙон көн буйы баҙарҙа торорға түгел. Килеп баҫыуың була, кемуҙарҙан һатып алып бөтәләр.

С. ҒАЯЗОВ, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы:
– Йыл да әллә ҡайҙа төпкөлдә ятҡан беҙҙең ауылға ла килеп, арзанға ғына күмәртәләп картуф йыялар ине. Быйыл алыпһатарҙарға картуф һатыусылар булмаҫ, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, ул юҡ. Күптәр, нисек ҡыш сығырбыҙ инде, тип аптырай. Был йәһәттән ауылдыҡылар­ға ҡарағанда ҡалала йәшәүселәргә еңелерәк буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, ҡалала картуфты һатып алыу мөмкинлеге бар.
Яңыраҡ Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктың сығышын ишетеп ҡалғайным. Уның һөйләүенсә, быйыл Рәсәй ситтән 4 млн тонна картуф һатып аласаҡ. Моғайын, был икенсе икмәккә ҡытлыҡ кисереүҙән азат итер. Хәйер, быйылғы менән генә көн бөтмәй. Киләһе йылғы уңышҡа өмөт итәйек. Шул.
Минең үҙемә килгәндә, ҡоролоҡ йылында картуфты күммәйҙәр, тигәс, тәпкеләмәнем. Шуғалырмы, картуф әҙ, тип әйтә алмайым. Был хәбәр дөрөҫтөрмө, түгелдерме, әммә картуфының төбөн йомшартҡан кешеләрҙең, ысынлап та, уңышы юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға