«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тиҙҙән иткә туясаҡбыҙ



11.09.2010 Тиҙҙән иткә туясаҡбыҙ

БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан «2010 – 2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ит малсылығын үҫтереү» маҡсатлы республика программаһы проекты эшләнгән. Уның маҡсаты – ит малсылығы тармағын булдырыу һәм тотороҡло үҫтереү һәм ит етештереүҙе һәм уны эшкәртеүҙе арттырыу өсөн иҡтисади һәм технологик шарттар булдырыу.
Программаны бойомға ашырыу өсөн саралар планы ҡаралған – мал һатып алыуға һәм аҫрауға субсидиялар биреләсәк, шулай уҡ ит малсылығының тоҡомсолоҡ базаһын үҫтереүгә тотонолған сығымдарҙың күпмелер өлөшөн кире ҡайтарыу, мал һимертеү фермаларын төҙөүгә һәм модернизациялау өсөн алынған кредит буйынса процент ставкалары субсидияланасаҡ. Бынан тыш, дәүләт биргән аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алырға, мал аҙығы базаһын нығытырға, көтөүлектәрҙе яҡшыртырға форсат тыуасаҡ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға