«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәк журналистары үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығыта



14.09.2010 Төбәк журналистары үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығыта

Волга буйы федераль округының төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәренең Түбәнге Новгородта асылған медиа-форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ҡатнаша. Унда «Респуб­лика Башкортостан», «Уфимские ведомости» гәзиттәре, «Аргументы и факты»ның төбәк ҡушымтаһы баш мөхәррирҙәре, «Башинформ» агентлығы, «Спутник-FМ» радиоһы вәкилдәре бар. Сараның маҡсаты булып округтың киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Волга буйы федераль округының баш мөхәррирҙәр клубын һәм Федераль баш мөхәррирҙәр клубын ойоштороу өсөн кандидатуралар билдәләү тора.
Форумда Волга буйы төбәгенең үҫеш перспективалары тикшерелә, «Модернизациялау процесында киң мәғлүмәт сараларының роле» темаһына федераль эксперттар менән дискуссия үткәрелә. Унда Рәсәйҙең билдәле сәйәсмәндәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре фекер алыша. Медиа-форум Волга буйы федераль округының «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы төбәк бүлексәләренең «Волга буйының 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы. 2010 – 2012 йылдарға программа» төбәк-ара конференцияһы сиктәрендә үткәрелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға