«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй сәйәсәте мәктәбе асыласаҡ



14.09.2010 Рәсәй сәйәсәте мәктәбе асыласаҡ

Башҡортостанда был мәктәп «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе һәм Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге башланғысы менән асыласаҡ.
Өфөлә уҙғарылған кадрҙар форумында республикала дәүләт власы органдарында уңышлы эшләй алырлыҡ йәш белгестәрҙең етешмәүе асыҡланды. Рәсәй сәйәсәт мәктәбе ошо проблеманы өлөшләтә хәл итәсәк һәм Президент Рөстәм Хәмитов өсөн һәләтле ярҙамсылар әҙерләп сығара башлаясаҡ.
Һайлап алыуҙар тураһында рәсми рәүештә 15 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Бер йылда дүрт уҡыу циклы буласаҡ, был ваҡыт эсендә мәктәп аша 120 кеше – 30-ар цикл – үтеп өлгөрәсәк. Уҡыуҙы тамамлаусылар республиканың дәүләт власы органдарында стажировка үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға