«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



14.09.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияларын тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Президент стипендияһы дөйөм белем биреү учреждениеларының һәм махсус мәктәптәрҙең 2010 – 2011 уҡыу йылында уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәләтле уҡыусыларына түләнәсәк. Указға ярашлы, стипендияларҙы түләү БР Мәғариф министрлығына йөкмәтелгән.

Уҙған аҙнала физик терапия буйынса Америка белгесе Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар өсөн дәрестәр үткәрҙе. Вашингтон университетынан доктор Синди Робинсондың был Өфөгә икенсе тапҡыр килеүе. Американың иң яҡшы реабитологтарының береһе был юлы медуниверситеттың V – VI курс студенттарына клиник неврология пациенттары өсөн физик реабилитация алымдарын һайлау буйынса клиник демонстрациялар менән практик дәрестәр күрһәтте.

Яңы уҡыу йылы Өфө ҡалаһының 26-сы мәктәбе өсөн яңы мөмкинлектәр асты. «Һеҙҙең фирма» эшҡыуарлыҡты ойоштороу һәм үҫтереү үҙәге уға интерактив таҡта бүләк итте. 1-се «А» класында урынлашҡан таҡта хәҙер уҡыусыларға әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам итәсәк.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Алтын шалҡан» IX халыҡ-ара театр фестивале-лабораторияһында ҡатнашты. Жюри ҡарамағына артистар «Ночевала тучка золотая» спектаклен тәҡдим итте. 8 сентябрҙә башланған фестиваль кисә тамамланды.

Ял көнө «Башҡортостан пионерҙары» балалар ижтимағи ойошмаһы төҙөлөүгә 20 йыл тулды. Бөгөн уның сафтарында 260 меңгә яҡын бала һәм үҫмер иҫәпләнә. «Башҡортостан пио­нерҙары» үҫеп килеүсе быуынды үҙенең ваҡытын һәм тормошон дөрөҫ итеп ойошторорға, оло­ларҙы ихтирам итергә, мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтә.

Яңы уҡыу йылы алдынан Өфөлә Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса автохәрәкәт күҙәтеүе дәүләт идаралығы начальнигы Сергей Мережко етәкселегендә кәңәшмә үтте. Ул дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусыларын хәүефһеҙ хәрәкәт иттереү мәсьәләләренә арналды. Кәңәшмәлә БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов та ҡатнашты.

V Бөтә Рәсәй ғилми-инновацион конкурсында ҡатнашыу өсөн өлкән синыф уҡыусыларынан ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурстың ойоштороусыһы – «Сименс» компанияһы. Быйыл йәш тикшеренеүселәргә «Тотороҡло үҫеш өсөн инновациялар» тигән тема өҫтөндә эшләргә тура киләсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға