«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ейәнсура йәштәренә – эш!



14.09.2010 Ейәнсура йәштәренә – эш!

Ейәнсура йәштәренә – эш!«Бөгөн «Йәштәргә — эш!» республика акцияһы барышында Ейәнсура районының мәҙәниәт һарайында эш урындары вакансиялары йәрминкәһе ойошторола.
Унда юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙан алып мәктәп уҡыусыларына тиклем барыһы ла үҙҙәренә эш таба ала. Район предприятиелары һәм ойошмалары даими һәм ваҡытлы вакансиялар тәҡдим итә.
Йәрминкәлә райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре профессиональ консультация бирә.
Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға