«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әбейҙәр сыуағы етә!



14.09.2010 Әбейҙәр сыуағы етә!

Әбейҙәр сыуағы етә!Көҙ башланып, көндәр һыуытып та ебәрҙе. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һыуыҡтар һағындыра ла төшкәйне инде. Шулай ҙа синоптиктар фаразына ҡолаҡ һалайыҡ: был аҙна нисек булыр икән?
Иң тәүҙә шуныһы ҡыуандыра: аҙна буйына бер генә тамсы ла ямғыр яумаясаҡ. Етмәһә, аҙна аҙағында һауа температураһы көндөҙ 25 градусҡа етәсәк. Көн бөгөндән башлап әкренләп йылына башлай һәм аҙна аҙағына сентябрь уртаһы өсөн «эҫе»гә үк әйләнәсәк. Елдең дә талғын ғына булыуы көтөлә. Сентябрь урталарында хатта төндә лә йылы буласаҡ. һәр хәлдә, синоптиктар 10 – 12 градус йылы вәғәҙә итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға