«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып



03.08.2010 Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып

Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртыпАғиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.
С. Кириенконың һүҙ­ҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ. Ин­дустриаль парк ҡала һәм республика өсөн дә файҙалы буласаҡ: бюджет килем менән тулыланасаҡ, ҡалала эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк. Яҡын арала индустриаль паркты төҙөү мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға «Росатом» концерны етәкселегендә белгестәр төркөмө киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға