«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мосолмандарға –пластик карта



14.09.2010 Мосолмандарға –пластик карта

Мосолмандарға –пластик картаӨфөлә мосолман динен тотоусылар өсөн махсус карта барлыҡҡа килде. Ябай «пластик»тан ул шуныһы менән айырыла – унда проценттар һәм штрафтар иҫәпләнмәй.
БР Мосолмандарының үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Ислам динен тотоусылар процентҡа аҡса алырға, бирергә тейеш түгел. Бындай карта диндарҙарға бик уңайлы булмаҡсы. Уға эш хаҡын, пенсия, стипендияны, балалар пособиеһын күсерергә мөмкин. Әлеге карта йәшел төҫтә һәм унда «хәләл» тип яҙылған.
Әйткәндәй, баш ҡалала мосол­мандар­ға махсус поликлиника ла асылғайны. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында махсус таксиҙар, бөҙрәханалар эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңайлыҡтар арта бара.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға