«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр



04.09.2010 Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр

Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр31 августа Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем «Донор көнө» акцияһы уҙғарылды.
Республика ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәр­ҙәре ҡанды мобиль станцияла – трейлерҙа ҡабул итте. Донорҙар акцияһына барлығы 143 кеше ирекле рәүештә ҡушылды. Сәләмәтлеге буйынса 131 кеше ҡан бирергә яраҡлы тип табылды.
Медицина хеҙмәткәрҙәре лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы – акцияла ҡатнашҡан 89 медиктың 79-ы донорға әйләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға