«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Профсоюз яҡшы уҡыған студенттарҙы ярата



04.09.2010 Профсоюз яҡшы уҡыған студенттарҙы ярата

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы быйыл­ғы йылдың 1 сентябренән профсоюз стипендияһы ала башлаясаҡ иң яҡшы алты студентты билдәләне.
Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Нефтекама машиналар эшләү колледжы һәм республиканың йәнә бер нисә мәғариф учреждение­һы уҡыусылары ингән. Ай һайын түләнгән стипендияның күләме юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн – 1000 һум, ә урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары өсөн 500 һум тәшкил итә.
Стипендиаттарға дипломдарҙы тармаҡ профсоюздары рәйестәре белем көнөндә тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға