«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



04.09.2010 Өс һөйләм менән

Өс һөйләм менәнБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһының талисманы барлыҡҡа килде. Бер ай буйына барған конкурста Ярославль рәссамы Ольга Беляеваның йылмайып ҡулын болғап торған малай һүрәте һайлап алынды. Яҡын арала был талисман төшөрөлгән мәғлүмәт листовкалары таратыласаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм республика ғалимдары ҡоролоҡ шарттарында мал аҙығы әҙерләү, ҡышын уны теүәл файҙаланыуға арналған методик ҡулланма сығарған. Йыйынтыҡҡа һуңғы йылдарҙағы фәнни ҡаҙаныштар, сит ил һәм Рәсәй тәжрибәһе индерелгән. «Методичка» ҡоролоҡтоң мал организмына кире йоғонто яһауын кәметергә лә ярҙам итәсәк, тип ышана белгестәр.

Баш ҡаланың «Простор» кинотеатрында Айсыуаҡ Йома­ғоловтың «Елғыуар» фильмының ябыҡ премьераһы булды. Аҡса етмәү сәбәпле, бер нисә йылға һуҙылған кинотаҫманы төшөрөү сығымдары 26 миллион һум самаһына еткән. Фильмда Рәсәйҙең кино «йондоҙо» Марат Бәшәров төп ролдәрҙең береһен башҡара.

Республикала наркотиктарға ҡаршы махсус программаға ярашлы «Йөрәк менән һаҡларға» тигән проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, «Сәләмәтлек маршруты» акцияһы ойошторолоп, уның икенсе этабы Мәләүез районы биләмәһендә уҙҙы. Наркотиктар әйләнешен контролләү идаралығының БР буйынса идаралығы, «Салауатнефтеоргсинтез» йәмғиәте, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы берлектә бындай сараны икенсе йыл рәттән үткәрә.

ҡомарлы уйын биналарын ҡыҫҡартыу тураһында закон күптән сыҡһа ла, ҡайһы берәүҙәре һаман эшләүен дауам итә. Респуб­ликаның хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм федераль һалым идаралығы хеҙмәткәрҙәре быйыл тәүге ярты йылда шундай 13 учреждениены япҡан. Август айындағы һуңғы рейд ваҡытында баш ҡаланың Киров, Совет, Ленин райондарында тағы өсәүһенең эшмәкәрлеге туҡтатылып, 57 берәмек уйын ҡорамалы тартып алынған.

Августың һуңғы көндәрендә Архангел районында велосипед туризмы буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Ярыштарҙа, яҡташтарыбыҙҙан тыш, Удмуртия, Татарстан, Силәбе өлкәһе спортсылары ла ҡатнашты. Велотуристар дөйөм дистанция, фигуралы йөрөү кеүек һынауҙарҙы үтте.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға