«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фәнни ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнде



04.09.2010 Фәнни ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнде

Фәнни ҡаҙаныштары өсөн бүләкләндеБашҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы яңыраҡ тағы бер тапҡыр әүҙем фәнни эшмәкәрлек алып барған юғары уҡыу йорто тип билдәләнде.
2009 йылда Бөтә Рәсәй иң яҡшы ғилми китап конкурсы һөҙөмтәләре буйынса «Рос­сийская бюрократия и развитие порядка обращения граждан в органы власти в истории России» китабы өсөн академия профессоры Сергей Кабашов һәм «Коммерческая тайна и ее экономическая природа» китабы өсөн доцент Динара Пескова лауреат исеменә лайыҡ булды.
Конкурсҡа ғалимдарҙың уҡытыу методикаһы, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр, юриспруденция, иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг өлкәһендәге эштәре тәҡдим ителде. Эксперттар комиссияһы Рәсәйҙең 580 юғары уҡыу йортонан килгән дүрт меңдән ашыу заявканы ҡараған һәм еңеүселәрҙе алты номинация буйынса билдәләгән. Илебеҙҙең күренекле ғалимдарынан торған ойоштороу комитеты, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы үҙенең ғалимдары менән ғорурлана ала, тип билдәләне.
Иң яҡшы ғилми хеҙмәттәр­ҙең исем туйы быйыл 7 – 8 сентябрҙә Сочиҙа Бөтә Рәсәй вуз фәндәре аҙналығында үтәсәк. Сергей Кабашов менән Динара Пескованың китаптары Ватан мәғарифын үҫтереү фонды тарафынан уҡыу процесында файҙаланыуға, Рәсәйҙә һәм сит илдә ҡайтанан баҫтырыу­ға тәҡдим ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға