«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баймаҡ районында – яңы хакимиәт башлығы



02.04.2011 Баймаҡ районында – яңы хакимиәт башлығы

Баймаҡ районында  – яңы хакимиәт башлығыБаймаҡ районы муниципаль район советының 2011 йылдың 29 мартындағы ҡарарына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Илшат Ситдиҡов тәғәйенләнде.
Илшат Ситдиҡов 1961 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1978 йылда Баймаҡ районының «Һәүәнәк» совхозы эшсеһе булараҡ башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Йылайыр совхоз-техникумында уҡый, унда комсомол ойошмаһы секретары була. Унан һуң Йылайыр совхоз-техникумында бүлексә идарасыһы, директор урынбаҫары, Баймаҡ районының «Һәүәнәк» совхозы директоры, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы, «Баймаҡ» тәжрибә-етештереү хужалығы федераль дәүләт унитар предприятиеһы директоры булып эшләй һәм 2011 йылдың февраленән әлегә тиклем Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға