«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Еңеү көнөнә әҙерлек башланды



02.04.2011 Еңеү көнөнә әҙерлек башланды

Бө­йөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә Өфөлә Еңеү паркы мемориаль комплексында сәскәләр һәм веноктар һалыу тантанаһы, шулай уҡ байрам концерты һәм Конгресс-холда һуғыш ветерандарын ҡабул итеү үткәреләсәк. Президент Р. Хәмитов ошо туралағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
БР Президенты Хакимиә­тенә Башҡортостанда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡотлау открыткаларын әҙерләүҙе ойошторорға һәм тапшырырға ҡушылды. Бынан тыш, муниципаль властарға һәм йәмәғәт берләшмәләренә Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә тәҡдим ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға