«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



28.08.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...уйландырҙы
20 августа «Восточная» электр станцияһындағы авария арҡаһында Петербургтың бер нисә районы һәм Ленинград өлкәһе электр энергияһыҙ ҡала. ҡала метроһында электричкалар, трамвай менән троллейбустар туҡталып, магазиндарҙың ишектәре асылмай ҙа, ябылмай ҙа, лифттар туҡтай...
Энергетиктар эште бер сәғәт эсендә юлға һала.
Ысынлап та, утһыҙ ҡалыуыңды күҙ алдына килтереү генә лә күңелдә әллә ниндәй уйҙар уята.


... көйөңдөрҙө
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ 8,6 процентҡа, бойҙай онона – 3,3, тары ярмаһына – 2,3, макарон изделиеларына – 1 һәм 0,9, арыш һәм бойҙай икмәгенә – 0,9 һәм 0,6, һөткә, ҡаймаҡҡа, һыйыр майына – 1,2 – 1,9, шәкәргә – 1,9, йәшелсә-емеш продукцияларына – 0,2, алма менән картуфҡа 0,8 һәм 0,4 процентҡа күтәрелгән. Ә бына һуған менән кишергә хаҡтар 3,3 һәм 2, кәбеҫтәгә 1 процентҡа кәмегән.
Рәсәйҙә 17 августан 23-өнә тиклем инфляция 0,2 процентҡа еткән.


... ғәжәпләндерҙе
Европа астрономдары яңы йондоҙ асҡан. Ул ҡояштан бер нисә тиҫтә миллиондан да яҡтыраҡ, ауырлығы буйынса беҙҙең космик система үҙәгенән 256 тапҡырға артығыраҡ. Уның барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәһеҙ.
Был йондоҙға исем бирелгәс, ул күп кенә бренд, бигерәк тә быға тиклем дә йыһан тематикаһынан ары китә алмаған тәмәке компаниялары өсөн табыш буласаҡ. Тик йондоҙҙоң даны таралыр-таралыуын, әммә уның ауырлығы күҙгә күренеп кәмей бара, имеш.


... ғорурландырҙы
Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физика һәм нанотехнологиялар кафедраһы уҡытыусылары һәм студенттары еҫтәрҙе таныусы һәм һауала, һыуҙағы матдәләргә анализ эшләүсе ҡорамал уйлап тапҡан. Ул таш күмер шахталарында газ анализаторы сифатында, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшендә шартлаусы матдәләрҙе һәм наркотиктарҙы асыҡлау өсөн ҡулланыла алыр ине. Өҫтәүенә, үҙенең сит ил аналогтарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ та.
Әле ғалимдар үҙ ҡорамалына патент юллай һәм «электрон танау» менән ҡыҙыҡһыныусы инвесторҙарҙы көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға