«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?



16.08.2019 Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?Беҙҙең күп ҡаһарманыбыҙ рәтендә лайыҡлы урын биләгән, халыҡ араһында “Шайморатов генерал” тип ихтирам менән телгә алынған арҙаҡлы шәхесебеҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғансы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын етәкләгән, уға тиклем ил мәнфәғәтендә етди эштәр башҡарған дипломат, разведчик, тәржемәсе Миңлеғәле Минһажетдин улы һәйкәлгә генә түгел, ә Рәсәй Геройы булырға хоҡуҡлы.

Тиҙҙән уның тыуыуына 120 йыл тула. “Был датаны беҙ лайыҡлы билдәләргә тейеш”, – тигәйне БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһағанда. Юбилей саралары август аҙағына билдәләнгән.

Ә һәйкәл урыны итеп Совет майҙаны һайланған. Унда парк та буласаҡ. Ә автотуҡталҡаны ер аҫтына күсереү күҙаллана.

Әле Шайморатовҡа һәйкәл эскизына конкурс иғлан ителгән. Ҡатнашырға теләүсе авторҙар ғаризаһын бөтә тейешле материал (проект, аңлатма, графика, смета-финанс иҫәп) менән 26 авгусҡа тиклем (12.00 сәғәткәсә) Рәсәй Рәссамдар союзының төбәк бүлексәһенә килтерә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148-се йорт. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 284-42-47.





Фото: автор


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға