«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»



25.07.2019 «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 42 кеше батып үлгән, шуларҙың бишәүһе – балалар.

Хәүефһеҙ ялға ҡағылған һорауҙарға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.


– Быйыл һыу инеү миҙгеле нисек бара?


– Үкенескә күрә, миҙгелдең тәүге көнөндә үк Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында ете йәшлек малай батып үлде. Фажиғәләр статистикаһы көн дә тиерлек үлемесле хәлдәр менән тулыланып тора.

Июндең бер аҙнаһында 11 кешенең мәйете һыуҙан сығарылды. Эҫе көн торошо күрһәткестәре әле буласаҡ – ошо осорҙа йыл һайын һыуға батыусылар һаны арта.

Барлыҡ фажиғәле хәл һыу инергә ярамаған урындарҙа килеп тыуа. Шуға күрә махсус йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инергә өндәйбеҙ. Республика биләмәһендә 75 пляж файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙы БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайты аша интерактив картала белешергә мөмкин.

– Йәй етеү менән күптәр балыҡ ҡармаҡ­ларға һыу ят­ҡы­лыҡтарына ашы­ға. Балыҡ тотоу хә­үеф­һеҙ­леге ме­нән эштәр ни­сек?


– Быға өс миҫал килтерәм. 7 июн­дә Иглин районы­ның Көҙәй ауылы янындағы карьер­ҙа һыуға ҡолаған ба­лыҡ­сының кәү­ҙәһе табылды. Икенсе көнөнә Илеш районының Груздевка ауылынан алыҫ түгел Ағиҙел йылғаһында өс ир кәмәнән түңкәрелә. Уларҙың береһен шаһиттар ҡотҡара, икенсеһе бакенға эләгеп тороп ҡала. Уны ҡотҡарыусылар таба һәм ярға сығара. Ә бына өсөнсө ирҙең кәүҙәһен водолаздар һыу төбөнән табып ала.

Ә өсөнсө көндө Өфө районында балыҡ тотоусы 9 йәшлек малайҙың ҡармағы электр линияһына эләгә һәм бала ток һуғыуҙан йән бирә.
Бындай ҡайғылы хәлдәр йыл да ҡабатланып тора. Шуға күрә балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек хаҡында онотмағыҙ. Иң мөһиме – эскән килеш үҙегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

– Һыу инеү өсөн хәүефле булған урындарҙы билдәләп бараһығыҙмы?

– Ағиҙелдә күпләп һәләк булалар. Батыусыларҙың һәр алтынсыһы – ошо йылғала. Батып үлеүселәрҙең 55 проценты республика йылғаларына тура килә, ә ҡалғандары – күлдәрҙә, быуаларҙа һәм карьерҙарҙа. Һыуҙа вафат булыусыларҙың 90 проценттан күберәге – ирҙәр. Мәҫәлән, былтыр 78 ир, ике ҡатын һәм алты бала һыуға батҡан.

– Йәйге осорҙағы күңелһеҙ хәлдәрҙең үҙенсәлеге ниҙә?

– Өс төп үҙенсәлекте атап үтер инем: бе­ренсенән, һыу объекттарында һәләк булыусы­ларҙың 80 проценты иҫерек була. Икенсенән, транспорт сараларының һыуға ҡолауы фажиғәле тамамлана. Мәҫәлән, былтыр Краснокама районының Сауыҙ күлендә өс кешенән торған ғаилә автомобилендә батып үлде. Өсөнсөнән, кешеләр балыҡ тотҡан һәм йөҙөү сараларында йөрөгән ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәргә осрай. Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөрөгән ваҡытта 10 йәшлек малайҙың борт аша ҡолауын һәм винтҡа башын яралауын миҫалға килтерер инем.

– Һыу инеү миҙгелендә күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау буйынса эш нисек ойошторолған?

– Йыһазландырылған пляждарҙа ҡотҡарыу­сылар дежур итә. Улар быйыл Өфөлә генә 17 кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Көн дә ҡотҡарыусылар бригадаһы республиканың һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға сыға. Бындай рейд барышында “ҡырағай” пляждар асыҡланһа, унда ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла.

Профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән, йәмәғәтселәр, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте лә хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеүгә йәлеп ителә. Ҡурҡыныс һыу сығанаҡтары янында манекен­дарҙа тәүге ярҙам күрһәтеү тәртибе ойошто­ролған, һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре күрһәтелгән.

– Фажиғәгә тарымаҫ өсөн һыуҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәк?

– Таныш булмаған һәм тыйылған ерҙә һыу инергә ярамай, махсуслашҡан пляждарҙы ғына һайларға кәрәк. Тәрәнлеге билдәһеҙ ерҙә сумыуҙан, яңғыҙ килеш, ярҙан алыҫ йөҙөп китеүҙән, иҫерек килеш йылға-күлгә инеүҙән тыйылығыҙ.

Иҫерек көйөнсә һыу инеүселәргә административ штраф ҡаралған – 3 меңдән алып 5 мең һумға тиклем.

Иң мөһиме – ата-әсәләр, олатай-өләсәй­ҙәр, балаларҙың яңғыҙын һыу буйына ебәр­мәгеҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл һәләк булған биш баланың да янында өлкәндәр булмаған.

Һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре ябай, ә уларҙы күҙәтмәү – кеше ғүмеренә тиң. Сөнки һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!





Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға