«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте



15.07.2019 Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

Башҡортостанда түңкәрелгән автобус пассажирҙарының күбеһе эләктерелмәгән хәүефһеҙлек ҡайыштары арҡаһында йәрәхәтләнгән һәм үлгән. Бының турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Беҙ зыян күреүселәргә ярҙам иттек һәм фажиғәгә нимә илткәнен тикшерҙек. Ҡайҙа етештерелгәне билдәһеҙ һәм сифатһыҙ автобус үлем менән уйнауға бәрәбәр. Авария мәлендәге бәрелеүҙә уның ултырғыстары урынынан ысҡынған һәм пассажирҙарға имен ҡалыуға шанстар аҙ ҡалған. Улар ҙа, үҙ сиратында, бигерәк ғәмһеҙ ҡылана. Үкенескә күрә, үлеүселәр хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән булған, ҡайышты тағыусыларҙың күбеһе тере ҡалған», — тигән төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров республикала водителдәрҙең эше сифатын контролдә тотоу менән хәлдәр хөрт тип белдергән. Фажиғәгә тарыған автобустың водителе Яр Саллы ҡалаһынан булған һәм уның быға тиклем тиҙлек арттырғанға 18 тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылғаны мәғлүм.

«Бының өсөн беҙҙә бер ниндәй ҙә санкция ҡаралмаған, был водителгә кеше ғүмерҙәре ышанып тапшырылған, ул, үҙ сиратында, ямғыр мәлендә тиҙлекте кәметмәгән. Шуны белдерәм: бының кеүек сифатһыҙ автобустарҙы юлдарға сығарыу кәрәкме-юҡмы? Әлегә дәүләт предприятиеларына уларҙы рейстан алырға тәҡдим итәм. Хәүефһеҙлек ҡайыштары тураһында ла оноторға кәрәкмәй. Ғәмһеҙлек хаҡы юғары, шуны белегеҙ. Ҡайыштарҙы эләктереп йөрөгөҙ, быны башҡаларҙан да талап итегеҙ», — тигән Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте. Был әлегә дәүләт предприятиелары транспортына ҡағыла, ҡайһы бер сит илдәр шундай тәжрибәне ҡуллана.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға