«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Буранға һылтаныу дөрөҫ булмаҫ



14.02.2011 Буранға һылтаныу дөрөҫ булмаҫ

Республика метеорологтары үткән аҙна башында уҡ алдағы ял көндәрендә бурандар сығыуы, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте водителдәрҙе, алыҫ юлға сыҡмай тороу хәйерлерәк булыр, тип иҫкәртә килде.
Шуныһы аяныс, көндөң яҡшылыҡ вәғәҙә итмәүенә ҡарамаҫтан, күпселек водителдәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлау, уяу, абай булыу тураһында онотто, ахырыһы. Һөҙөмтәлә – күп һанлы юл-транспорт ваҡиғалары. Республикала үткән ял көндәрендә 22 аварияла 9 кеше һәләк булған, 29 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 50 йәшлек водитель «ун бишенсе» модель ВАЗ-ын­да ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш юлында хәрәкәт иткән. Тирә-яҡ насар күренеүенә ҡарамаҫтан, ул алдағы машинаны ҡыуып үтергә теләгән һәм... «Газель» менән бәрелешкән. Йөк машинаһы водителе йәрәхәт ала, ә бына еңел автомашинаның водителе лә, пассажирҙары ла шунда уҡ йән бирә.
Әле бурандан һуң юл, бигерәк тә ҡала урамдары шул тиклем тайғаҡ. Ҙур тиҙлек менән килгән автомобилдәрҙең ҡапыл тормозға баҫыуы була, машинаны ситкә алып ырғыта йәки әйләндереп һала. Ә туҡтап торған машиналар урынынан тиҙ генә ҡуҙғалып китә алмай ыҙалана.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһының да ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы үтәү-үтәмәүенә бәйле. һаҡ булайыҡ, йәмәғәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға