«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!



13.05.2019 Беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ!

Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гөлфирә НАРЫНБАЕВА:

Майҙанда аттар сабыша... Тояҡтарынан гүйә уттар сәселә. Шул дөлдөлдәргә ҡарап, күңе­лемдә уйҙар сабыша. Яҡшы уйҙар, көслө ихтыярлы уйҙар. Эй, сабыш аттары, әкиәттәгеләй, көмөш ялдарығыҙға тотондороп, илем, ерем, туған телем хаҡында уйландырып, әллә ҡайҙарға алып китәһегеҙ. Ә мин – яңы ғына тормош баҫҡыстарына үрмәләй башлаған ябай башҡорт ҡыҙы, алдымда барыһы ла үҙемдән генә торған кеүек. Юҡ, был аттар менән минең кеүек йәштәрҙең киләсәге саба...

Өләсәйем – аҡыл ҡумтаһы. Уның телмәре һоҡланғыс бай: мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар ҡушып һөйләшә. Уларҙы ишетеп, күңелемә һеңдереп барғанмым. Тора-бара үҙемдә лә ижад ҡомарының уяныуын тойҙом. Үҫә килә, илһам ҡанаттары нығынып, хис-тойғоларымды шиғри юл­дарҙа сағылдырам. Һис шикһеҙ, башҡорт ғаиләһендә буй ет­кереүемдең йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ.

Хәҙерге заманда, минеңсә, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа йәш ғаиләләр яуаплы булырға тейеш. Баланың зиһененә бә­ләкәй саҡтан һалынған орлоҡ киләсәктә шытып сығасаҡ. Күңелдәрендә рух ҡанаттары үҫһен өсөн уларға биләүҙә саҡта уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай, ҡумыҙ моңдарын, хал­ҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын ишеттереү мөһим.

Телебеҙҙең хәҙергеһен, ки­ләсәген уйлаған саҡта, бигерәк тә кескәй балаларҙың «атай», «әсәй» тигән донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе урыҫса әйтеүе борсой. Быға телевизорҙан көн әй­ләнәһенә күрһәтелгән йәнһүрәт­тәрҙе ҡарау булышлыҡ итә. Шуға күрә тәрбиәүи яҡтан бай башҡорт йәнһүрәттәре күберәк булһын ине. Уларҙы башҡорт яҙыу­сылары, шағирҙарының әҫәр­ҙәре, халыҡ ижады нигеҙендә төшөрөргә мөмкин.
Башҡорт теленең бөгөнгө хәлен шулай уҡ милли мат­буғаттың тиражы кәмеүе аныҡ күрһәтә. Заманында тиҫтәләрсә мең данала баҫылған гәзит-журналдарыбыҙ әле ҡыҙғаныс хәлдә. Заман кешеһе донъя артынан ҡыуғанда рухи аҙыҡты – милли баҫмаларҙы онотмаһын. Шәхси үҫешкә, тормоштағы ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларға ҡа­раш булдырыуҙа тап сифатлы матбуғатта төрлө жанрҙа яҙылған журналист мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәр мөһим роль уйнай.

Бер быуатлыҡ тарихы булған «Башҡортостан» гәзитенән, төрлө быуындың күңеленә хуш килерлек «Йәшлек»тән һәм «Шоңҡар»ҙан, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙгән «Киске Өфө»нән, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәре менән таныштырған «Ағиҙел»дән, иж­тимағи-сәйәси өлкәне яҡтыртҡан «Ватандаш» журналынан за­мандаштарыбыҙ айырылмаһын ине.

Балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуға, тәрбиәләп һәм һаҡлап ҡалыуға килгәндә, уларҙы милли матбуғаттан мәхрүм итергә ярамай. Кес­кәйҙәргә «Аҡбуҙат» журналын, үҫә килә «Йәншишмә» гәзитен, «Аманат»ты алдырыу баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыуға, зиһене үҫешеүенә, туған телдәге телмәре байыуына бик ҙур ярҙам итә. Өҫтәүенә, был гәзит-журналдарҙа йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижады ба­ҫыла. Үҙенең яҙмаларын республика баҫмаларында күреп, дәрт­ләнеп, ең һыҙғанып яҙы­шырға тотонғандар байтаҡ. Әлеге көндә улар араһынан әҙәбиәтебеҙ күгендә балҡыған әҙиптәрҙең күплеге шул хаҡта һөйләй.

Ә мин иһә әлеге ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарына әҙер­ләнәм. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үткем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән БДИ үткәрелмәй. Әгәр унан имтихан мотлаҡ булһа, телебеҙҙе яҡшыраҡ белер инек.

Китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Китап уҡыу – күңелде байытыу йә­һәтенән, рухи аҙыҡ алыуҙың төп сығанаҡтарының береһе. Те­лебеҙҙең нескәлектәрен һаҡ­лап ҡалған башҡортса әҫәр­ҙәрҙең, ғилми хеҙмәттәрҙең киләсәктә күберәк яҙылыуын һәм баҫылыуын теләйем. Әлеге көндә Зәйнәб Биишева исе­мендәге Баш­ҡортостан «Китап» нәшриәтендә барыһының да зауығына яуап бирерҙәй төрлө китап донъя күрә. Уларҙы һатып алып, тыуған көндәргә бүләк итеп биреү ҙә – телебеҙҙе пропагандалауҙа файҙалы аҙым. Был – һәр беребеҙҙең ҡулынан килә торған эш.

Телебеҙгә ҡарата йөрәгемдә ҙур һөйөү, хөрмәт тойғолары йөрөтәм. Ауыҙ тултырып баш­ҡортса һөйләшә, фекер­ҙәремде туған телемдә еткерә алғаныма сикһеҙ бәхетлемен. Башҡорт бейеүҙәрен дә күңе­лемде һалып башҡарам, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Тәү сиратта бындай тәрбиә өсөн ғаиләмә рәх­мәтлемен. Маҡ­сатым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә булыу. Туған телебеҙҙең нес­кәлектәренә тө­шөнөп, балаларға белем бирергә теләйем.

Беҙ, йәш быуын, Башҡор­тостандың ышаныслы киләсәге. Үрҙә һанап киткәндәрҙе хәл итеү уртаһында тап беҙ ҡайнарға тейешбеҙ. Беҙ – халҡыбыҙҙың бай тарихлы мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әҙәбиәтен, телен киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырыусы йәш быуын. Һүҙ­ҙәребеҙ оран булып ҡалҡһын, күңелдәрҙә иман нуры бал­ҡыһын, телебеҙ йәшәһен! Бының өсөн яҡты маяҡ булырлыҡ, олатайҙарыбыҙ кеүек баҫҡан урында ут сәсрәтерлек, туған телен яҡларлыҡ, илһөйәр рухлы йәштәр, берҙәм булған халыҡ кәрәк! Эш менән үҙебеҙҙе күрһәтәйек, яҡлайыҡ, башҡорт рухлы балалар тәрбиәләйек!

Майҙанда аттар сабыша... Минең дә күңелдән яҡшы уйҙар, буй еткеһеҙ маҡсаттар сәселә. Ана бит, сабыш аттары финишта, ана-ана! Улар үҙ маҡсаттарына иреште. Улар еңеүсе! Тимәк, тырышһаң, барыһын да булдыраһың. Беҙ ҙә барыһын да булдырасаҡбыҙ!



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға