«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы



07.03.2019 Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы

Сәнғәт оҫталары Мәскәүҙе таң ҡалдырҙыБашҡортостан быйыл республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләй. Рәсәй федерализмы тарихындағы иҫтәлекле дата уңайынан Мәскәүҙә лә байрам саралары үтә. Баш ҡалабыҙҙың халыҡ-ара Музыка йортонда « Башҡортостанда тыуғандар» тип аталған тантаналы концерт уҙҙы.

Светлановский залына Башҡортостанда тыуып үҫеп, беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә билдәлелек яулаған сәнғәтебеҙ оҫталары сығыш яһаны. Мәртәбәле тамашаға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, төрлө федераль министрлыҡ - ведомство вәкилдәре , РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы вәкилдәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, сит илдәрҙең дипломатик миссиялары етәкселәре, бизнес даирәләрендәге вәкилдәр килде.
Байрам саралары «Башҡортостан» фотоһүрәттәр күргәҙмәһенән башланды. Республикабыҙҙың фоторәссамдары иң сағыу һәм йәнле фотоларын тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте . Башҡортостандағы Владимир Спиваков исемендәге фонд стипендиаттарының фойелағы сығышы ҡунаҡтар йыйылған фойеға тағы лы йәм, тантана өҫтәне. Этаждар араһындағы видеокранда Башҡортостандың мәҙәниәтен сағылдырған видеоролик сараға йыйылыусыларҙы республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ бай сәнғәте,мәҙәниәте донъяһына алып инде, данлыҡлы төбәгебеҙ менән таныштырҙы. СССР- ҙың халыҡ артисы, СССР Дәүләт, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, Милли филармония оркестрының баш дирижеры, данлыҡлы виртуоз-скрипкасы Владимир Спиваков, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, РФ « Алтын битлек» Милли театр премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡов , Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, « Алтын битлек» премияһы лауреаты Диләрә Иҙрисова, « Рәсәйҙең алтын кларнеты», Мәскәү өлкә филармонияһы солисы, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры етәксеһе Артур Нәзиуллин, виолончелист, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәмиҙуллин,пианистарҙың II Мәскәү халыҡ- ара конкурсында Гран-при яулаусы Владимир Крайнев менән Тимофей Владимиров сығыш яһаны. Башҡортостандың милли сәнғәтен виртуоз- ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев танытты. Махсус ҡунаҡ булараҡ, Испаниянан скрипкасыларҙың Владимир Спиваков исемендәге II халыҡ-ара конкурсында Гран-при алыусы скрипкасы Мария Дуэньяс саҡырылғайны.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Л. Аралбаева


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға