«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.



05.03.2019 Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.


—Яҙ айы башланһа ла, тәбиғәт әлегә уянырға ашыҡмай, тышта һалҡын. Ә һеҙҙән сикһеҙ йылылыҡ, наҙ, тыныслыҡ бөркөлә. Бындай мөләйемлекте балаларығыҙ, ғаиләгеҙҙән алаһығыҙҙыр, күрәһең. Әсәләр йөрәге күпме наҙ, йылылыҡ, шәфҡәтлелек, изгелек, тәрән һөйөү һыйҙыра, ғаиләне берләштереп тора. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү бурысы ла – әсәләр ҡулында, дәүләттең яҡты киләсәге лә тик уларға бәйле. Бөгөн Башҡортостанда 46 мең күп балалы әсә иҫәпләнә. Уларҙың ғаиләл әрендә 155 мең бала тәрбиәләнә. Бөгөн залда ултырыусы 45 әсә барлығы 257 баланы тәрбиәләй. Һеҙ бәхетле һәм бай, балаларығыҙ имен-һау, яҡшы уҡыһын һәм лайыҡлы шәхес булһын! — тине Радий Фәрит улы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: А. Нурмөхәмәтов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға