«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың июнендә үтәсәк



27.02.2019 V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың июнендә үтәсәк

Бының туралағы Указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Конгресс үткәреү инициативаһы менән "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларының башҡарма комитеты сығыш яһаны. Документ милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыусыҡты нығытыуҙы, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙе, республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе яҡлауҙы маҡсат итә.

Указ менән конгресҡа әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн ойоштороу комитеты составы раҫланды. Уға һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына БР халыҡтары Ассамблеяһы советы менән берлектә 2019 йылдың 1 апреленә тиклем әҙерлек планын эшләргә бойороҡ бирелде. Сараны финанслау республика Хөкүмәтенә ҡушылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға