«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө вузы – еңеүсе!



31.08.2010 Өфө вузы – еңеүсе!

Рәсәйҙең инновацион инфраструктура үҫеше өсөн ҡаҙнанан субсидиялар алыу­ға конкурста еңгән 56 юғары уҡыу йорто исемлегендә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар.
Еңеүселәрҙе вуздың һуңғы өс йылдағы фәнни, белем биреү һәм инновацион потенциалын анализлау һөҙөмтәләре һәм улар нигеҙендә тәҡдим ителгән үҫеш программалары буйынса конкурс комиссияһы билдәләгән.
Конкурста 59 төбәктән йәмғеһе 199 мәғариф учреждениеһы ҡатнашҡан.
Дәүләт ярҙамын финанслауҙы 150 миллион һумға тиклем күләмдә смета буйынса өҫтәмә бюджет ассигнованиелары рәүешендә йәки бер йылдан өс йылға тиклем субсидиялар формаһында ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Федераль бюджет средстволарының дөйөм күләме был йүнәлеш буйынса 2010 – 2012 йылдарҙа 8 миллиард һум тәшкил итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға