«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!



05.02.2019 Тормошҡа айыҡ ҡарайыҡ!

Шундай матур, хозур илдә йәшәйбеҙ. Тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге иҫ киткес: күккә олғашҡан ҡая-тауҙар, сылтырап аҡҡан йылғалар, тәрән күлдәр. Ҡалын урмандарҙа сут-сут килеп ҡоштар һайрай, тормош матур, бер ҡайғы ла юҡ, бөтә кеше лә бәхетле кеүек. Барыһы ла дуҫ, матур итеп аралашып, татыу йәшәгән һымаҡ. Гүйә кешелектә үсләшеү ҙә, яуызлыҡ та юҡ... Эх, гүзәл тәбиғәткә ҡарап, шулай барына шөкөр итеп йәшәһәк тә йәшәһәк ине лә бит...

Тормош аҡтан ғына тормай шул. Уның башҡа төҫтәре лә бар. Йәшеле, күге, сағыуы, тоноғо һәм дә ҡараһы. Бар милләттәштәребеҙгә бер һорауым бар: нимә етмәй кешегә? Эшләргә теләгәндәргә бар юлдар асыҡ, тормош тыныс, барыһы ла яҡшы. Ә нимә етмәй һуң тормошобоҙҙо сағыулатырға? Мин беләм! Тормошҡа айыҡ ҡарау етмәй! Тәмәке, спиртлы эсемлектәр баҫып, ҡараңғылатып бара бит донъябыҙҙы! Бик күп халыҡ уның һаҙлығына батҡан. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа. Хатта, олораҡ күренергә тырышыпмы, балаларҙың да “шаяра” башлағаны ишетелә. Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?

Араҡы эсеп, тәмәке тартып, бер кем дә байымаған, яҡшыраҡ йәшәп кит­мәгән. Ә ошо кире күренештәр күпме кешенең ғүмерен өҙҙө? Эскелек арҡаһында ҡылынған енәйәттәр өсөн төрмәгә ултырыусылар аҙмы? Ә күпме ғаилә тарҡалды? Күпме кеше кешелек сифаттарын юғалтты? Ошоларға ситтән ҡарап ҡына ла ғибрәт алырға ине лә бит... Юҡ шул. Йәшел йылан менән дуҫ булыусылар һаман упҡынға бата бара, ә уның эргәһендәгеләр тағы ла нығыраҡ ыҙа сигә.

Уйлап ҡуям да, араҡы, моғайын, беҙҙең илде, милләтте юҡҡа сығарыу өсөн уйлап сығарылғандыр ул, тигән фекергә киләм. Нисек был упҡынға батмай, халыҡты вайымһыҙлыҡ йоҡоһонан уятырға һуң? Минеңсә, ҡаты закондар уйлап табып, спиртлы эсемлектәр, тәмәке менән сауҙа итеүҙе бөтөнләй туҡтатырға кәрәк. Халыҡтың аңын юйырлыҡ насар күренештәр тыуып ҡына тора бит. Быларҙы хәҙерҙән үк ҡулға алмаһаҡ, аҙаҡ һуң булыуы бар.

Бөтә халҡымды тиҫтерҙәрем исе­менән тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарарға саҡырам. Уйлағыҙ бала­ларығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, ғаилә­геҙҙе! Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арынып, донъяға айыҡ ҡараһағыҙ, тормоштоң ни тиклем матур икәнлеген күрерһегеҙ! Уянырға ваҡыт, халҡым!

Азалия КАМАЛОВА,
Өмөтбай мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.





Автор: А. Камалова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға