«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ижади эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!



04.02.2019 Ижади эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенә эштәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Әлегә ваҡыт бар, февраль-март айҙарында гәзиттә мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп сығара алабыҙ. Аҙаҡ, апрель-май тирәһендә ваҡыт аҙ ҡаласаҡ. Үҙегеҙгә һәм беҙгә лә бик ҡыйынға тура киләсәк. Шуға күрә лә эштәрегеҙҙе йәһәтерәк ебәрегеҙ.


Бәйгенең положениеһын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. 10 – 11-се класс уҡыу­сылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары үҙҙәренең эштәрен 2019 йылдың 16 майына тиклем ебәрергә тейеш. Беренсе урын яу­лаусыға – 10 мең, ике икенсе урын өсөн – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендә премия тап­шырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емеш­тәрен гәзиттең ye02@yandex электрон почтаһына, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, “Йәшлек” гәзите” – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрһен. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.

Мәҡәләләрҙә тел һәм милләтте һаҡлау, башҡорт халҡының тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙар, экология проблемалары, йәштәрҙең киләсәге тураһында фараздар төп тема тип һаналасаҡ. Формаһы ирекле: хикәйә, шиғыр, нәҫер кеүек жанрҙарҙы файҙаланырға мөмкин. Эштәрҙе ебәргәндә үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү талап ителә. Унда уҡыуҙағы уңыштарығыҙ һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙылһын. “Бәйләнештә”ге сәхифә­ләрегеҙ асыҡ, хәбәр яҙыу мөмкинлеге лә булһын (асыҡ “личка”).





Автор: А. Ишназаров
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға