«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде



24.01.2019 Мортаза Рәхимовҡа "Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы" исеме бирелде

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышында Аҡһаҡалдар советына Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовты почетлы ағза итеп ҡабул итергә тәҡдим яңғыраны

Был инициатива менән ҡоролтай ҡарамағында булдырылған Аҡһаҡалдар советы рәйесе Вельмир Аҙнаев сығыш яһаны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты был тәҡдимде дәррәү ҡабул итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улына «Башҡорт халҡының маҡтаулы аҡһаҡалы» — «Почетный аксакал башкирского народа» званиеһы бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға