«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене



21.01.2019 Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене

Сибайҙа һауала зарарлы матдәләр дәүмәле кәмене. Көндөҙгө сәғәт 4-кә ҡарата көкөрт диоксиды буйынса рөхсәт ителгән сикке дәүмәл күрһәткестәре түбәндәгесә:

Нуриманов урамы, 9/1 — 3,9 тапҡырға

Сарбаев урамы, 13 — 1,4 тапҡырға

Индустриаль шоссе, 16/3 — 1,4 тапҡырға

Таусылар проспекты, 6 — 1,2 тапҡырға.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, ике сәғәт элек рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең ҡыҫҡа ваҡытҡа артыуы елһеҙ һауа торошона бәйле ине.

Әлеге ваҡытта ҡала биләмәһендә ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4/11 метр, һауа температураһы -11 градус. Эшкәртелгән карьерҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы тарафынан руда әселәнеү сығанаҡтарын бөтөрөү эштәре дауам итә.

Халыҡҡа һауаның бысраныуы тураһында мәғлүмәт биреү өсөн тәүлек әйләнәһенә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «ҡыҙыу элемтә» телефоны эшләй: +7 (347) 244-15-75. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны — 112.





Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға