«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды



18.01.2019 Каринэ Хәбирова «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында булды

Республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың илдең иң яҡшы балалар телеканалдарының береһе менән танышыуы милли колорит менән биҙәлгән яҡты студияла сәй өҫтәле артында уҙҙы. Һүҙ, әлбиттә, балалар хаҡында барҙы. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға иғтибар бүлеүҙең ни тиклем мөһим икәне тураһында. Улар хаҡында юғары трибуналарҙан ғына түгел, зәңгәр экрандарҙан да һөйләргә кәрәклеге хаҡында. «Әсә йөрәге» советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина бына нисәмә йыл ошо эш менән шөғөлләнә.

«Каринэ Владимировнаның эшебеҙгә ҡыҙыҡһыныу белдереүе — беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Бергәләп үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу, инклюзив тәрбиә биреүҙе тормошҡа ашырыу өсөн күберәк эшләй алырбыҙ», — ти Гөлшат Ибраһимова.

Балаларҙы тәрбиәләү ҙә бизнесҡа әүерелгән хәҙерге донъяла баланың, айырыуса һаулыҡ мөмкинлектәре сикле баланың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн майҙансыҡ табыуы ҡыйын. «Тамыр»ҙың «Торнаҡай», «Преград.net», «Герой балалар» проекттары тап ошондай үҙенсәлекле балалар өсөн булдырыла ла инде.

«Беҙ балаларҙы диагнозға ҡарап бүлмәйбеҙ, бөтәһе хаҡында һәм бөтәһе өсөн изге тапшырыуҙар төшөрәбеҙ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләйбеҙ, ошо проекттар ярҙамында балаларҙың үҙ-үҙенә ышанысы арта, ә уларҙың ата-әсәләре йышыраҡ йылмая башлай».

Аралашыу бик оҙаҡ һәм йәнле барҙы. Тапшырыуҙар мөхәррирҙәре ышаныстың һәм ярҙамдың балаларҙың хәлен яҡшыртыуы, уларҙың үҙҙәрен ышаныслыраҡ тота башлауы һәм йәмғиәттә ҡабул ителеүҙәре хаҡында һөйләне. Үҙенсәлекле балаларҙың әсәләре, бик күп уҡыусыларҙы кумиры, телевидение алып барыусыһы һәм актриса Айгөл Ибраһимова менән һөйләшеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Мәҫәлән, коляскалағы балалар өсөн һәр миҙгелдә лә уңайлы кейем-һалым, көнкүрештә файҙаланыу өсөн күтәрелмәле механизмдар.

Мөмкинлектәр сикле балалар тормошоноң бөтә аспекттары ла мөһим һәм параллель мәсьәләләрҙе ентекләп өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне Каринэ Хәбирова. Алдағы пландарға килгәндә, тәүге берлектәге проекттарҙың береһе — үҙенсәлекле балалар өсөн «Кескәй принцессалар балы». Сара 8 мартҡа билдәләнгән.





Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: http://www.bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға