«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?



10.01.2019 Ниндәй үҙгәрештәр көтәбеҙ?

Яңы йылда Рәсәйҙә илле яңы закон үҙ көсөнә инә.
Түбәндә ошо үҙгәрештәргә күҙ һалып үтәйек.

Аҡса күсереү ябайлаштырыла
Ғинуарҙа Рәсәй банкының яңы түләү сервисы индерелә. Был система төрлө банктан телефон номеры, электрон почта адресы, мессенджер­ҙар һәм социаль селтәрҙәр аша клиенттарға тиҙ генә аҡса күсереү мөмкинлеге бирә. Сервис операторы банктар операция башҡарғаны өсөн тариф буйынса ни бары алты һум аҡса аласаҡ. Льготалы ваҡыт та ҡаралған.

Бизнесты банктарҙың банкротлығынан һаҡлайҙар
1 ғинуарҙан бәләкәй предприятиеларҙың (юридик шәхестәр) аҡсаһы страховкалана. Был хаҡта 322-се Федераль законда әйтелә. Банк иғәнәләрен страховкалау системаһы бәләкәй предприятиеларға ла ҡағыла. Шулай итеп, банкка аҡса һалып торған эшҡыуарҙар, әгәр кредит ойошмаһы банкрот булһа, 1,4 миллион һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара ала.

Эшһеҙлек буйынса пособие күләме арта
Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса пособие күләме арта. Уның минималь күләме – 1500 һум (ошоға тиклем 850 һум ине), максималь күләме 8 мең һум буласаҡ (элек 4900 һум ине). Пенсия алды йәшендәгеләргә 1500 һумдан 11280 һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. 1 ғинуарҙан пособиелар тәүге өс айҙа – уртаса эш хаҡының 75 проценты күләмендә, ҡалған өс айҙа 60 проценты күләмендә түләнә.

Пенсия йәше оҙайтылды
1 ғинуарҙан пенсия тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, пенсия йәше оҙайтылды. Хәҙер ирҙәр – 65 йәштә, ҡатындар 60 йәштә хаҡлы ялға китергә хоҡуҡлы.

Түләүҙәр арта

1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионер­ҙарҙың страховка пенсияһы 7,05 процентҡа артты. Шулай итеп, пенсия күләме Рәсәйҙә уртаса 15,4 мең һумға етә. Социаль пенсия ла 2,4 процентҡа артты.

Өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) күтәрелә
1 ғинуарҙан илебеҙҙә тауарҙарға НДС ставкаһы 18 проценттан 20 процентҡа тиклем күтәрелде. Яңы үҙгәреш эшҡыуарҙарға программа тәьминәтен үҙгәртеү, һалым органдарына отчет биреүҙә өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Унан да бигерәк, тауарҙарға хаҡ арта. Һумдың үҙҡиммәте төшкәндә халыҡ әйбер ҙә алып бармаясаҡ. НДС-ты арттырып, һөҙөмтәле файҙаланғанда, Рәсәйҙең иҡтисадын күтәрергә булыр ине.

Яңы һалымдар индерелә
Рәсәйҙең дүрт төбәгендә – Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү, Калуга өлкәләрендә, Татарстанда, тәжрибә булараҡ, үҙ эшен асҡан граждандарға һалым режимы индерелә. Әгәр ҙә ул уңышлы барһа, башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыласаҡ. Өйҙә үҙҙәренең бәләкәй бизнесы менән булышҡан кешеләр һалым органының “Минең һалымым” ҡушымтаһында теркәлергә тейеш. Тауар һатыусыларға һалым ставкаһы – 4 процент, юридик шәхестәр менән эшләүселәргә 6 процент тәшкил итә. Страховка иғәнәләре түләргә кәрәкмәй.

Алданған өлөшсөләр булмаһын өсөн
1 июлдән йорт төҙөүсе ойошмалар эскроу-иҫәпкә күсә. Уға ярашлы, фатир һатып алыусылар өлөшләтә төҙөлөш килешеүе төҙөгәс, ошонда аҡсаһын һала. Төҙөлөш компаниялары банк кредитына төҙөлөштө алып бара. Өлөшсөләр аҡсаны йорт төҙөлгәс кенә файҙалана ала. Яңы система яйға һалынғансы, фатирға хаҡтар күтәрелеүе лә ихтимал. Эскроу-иҫәп кешеләр фатир һатып алғанда алданмаһын, намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары эшмәкәрлегенә сик ҡуйылһын өсөн уйланылған. Банктар төҙөү­селәр­ҙе даими тикшереп торасаҡ.

Йығылған ағасты рөхсәтһеҙ файҙалан
Быйылдан ҡороған йәки ел ауҙар­ған ағастарҙы алыу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Республикала халыҡтың 40 процентының ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алғанда, законға үҙгәрештәр индерелеүе граждандар өсөн тик файҙаға ғына булыр, тип ышанғы килә.

“Дача конституцияһы” ғәмәлгә инә
1 ғинуарҙан ҡала эргәһендәге йәшелсә-емеш баҡсалары хужаларының мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инде. Яңы ҡануниәт буйынса, баҡса хужаһы дәрәжәһенән башлап, финанс аралашыуҙарға тиклем етди үҙгәрештәр көтөлә.

Элемтәгә хаҡ арта

НДС артыуға бәйле, “Вымпелком”, “Мегафон”, Теlе 2 операторҙары элемтә өсөн тарифтарҙың артыуы хаҡында белдерҙе.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға