«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы йыл менән!



01.01.2019 Яңы йыл менән!

Яңы 2019 йылда именлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Бәхетле булығыҙ!


Ҡыш бабай менән бергә,
Дед Мороз идет.
Яңы йыл етеп килә,
Значит, Новый Год!

Яңы Йыл менән, дуҫтар!
Барығыҙға ла Ағиҙел йылғаһындай-оҙон ғүмер, ҡоростай-ныҡлы һаулыҡ, Урал тауҙарындай бейек-уңыштар, муйыл сәскәһендәй-ап-аҡ бәхет, иртәнге ысыҡтай-саф мөхәббәт теләйбеҙ!
Эт йылында, Алла бирһә, тағы ла татыуыраҡ, тағы ла яҡыныраҡ, тағы ла әүҙемерәк, тағы ла дәртлерәк булайыҡ! Байрам өҫтәлдәрегеҙ аш-һыуҙан һығылып торһон. Балаларығыҙ, һөйгәндәрегеҙ, яҡындарығыҙ менән матур, күңелле итеп ҡаршыларға яҙһын Яңы йылды.
Тағы ла, тағы ла, тағы ла ЯҢЫ ЙЫЛ менән Һеҙҙе, дуҫтар!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға