«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла



14.12.2018 “Инцидент” аша мөрәжәғәттәргә яуап тиҙ табыла

Римма Сөләймәнова, Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы:
– Ауылыбыҙҙа үткән йыл яҙ клубты яптылар. Сәбәпһеҙгә тиерлек. Беҙҙә 18 йәшкә тиклемге 20-нән ашыу бала бар. Өлкәндәр күп. Исмаһам, байрамдарға ул клубты асһындар ине. Балалар бик талантлы. Яңы йылға тиклем һанаулы көндәр ҡалды.
Быйыл капиталь ремонт башланыр, тендер үтте, яңы йылғаса асылыр, тигәйнеләр. Һәм тынлыҡ…
Кисә генә бер инәй шылтыратып, байрам буламы-юҡмы, тип белеште. Мин, ауыл активисы булараҡ, клуб мәсьәләһенә битараф түгелмен.
Магазинды яптылар, клубты яптылар, башланғыс мәктәп ябылды. Һыу юҡ. Был хаҡта хатта БСТ каналы күрһәтте. Ә элек ауылда кирбес заводы эшләй ине...
Икенсе йыл инде балалар менән Ҡыш бабайға, клубыбыҙҙы асырға ярҙам итегеҙ, тип хаттар яҙабыҙ.

Үтенескә район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировтың яуабы:
– Клуб ысынлап та 2017 йылда, халыҡтың әҙлеге сәбәпле, ябылды. Ауылда барлығы 43 йортта 140 кеше йәшәй. Мәҙәниәт усағында ремонт үткәреләсәк. Әле клубты 26 декабрҙә асыу күҙаллана.
Мәктәп һәм һыу менән тәьмин итеүгә килгәндә, мәктәп, балалар һаны әҙ булғанлыҡтан, 2011 йылда ябылды. Уҡыусыларҙы күрше Ефремкино ауылына йөрөтөү ойошторолдо. Ә һыу проблемаһы бар. Ауылда шәхси туғыҙ ҡоҙоҡтан башҡа дөйөм ҡулланылыш өсөн тағы ла икәү ҡаҙылған. Тәрәнлеге өс метр. Торба һуҙыу мәсьәләһе буйынса ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванованың яуабы бар. Уның раҫлауынса, 2005 йылда Күлләр ауылынан һыу өсөн тариф буйынса түләүҙән баш тартыу тураһында ғариза килгән. Шуға ла һыу биреү туҡтатылған, былтыр торбалар ҡаҙып алынған. Шулай уҡ геология тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Күлләр ауылына тиклем торба һуҙып, водозабор төҙөү өсөн яҡын тирә территорияла ҙур һыу запасы юҡ.
А.ИШЕМҒОЛОВА


Приют яҡлаусы, һаҡлаусы булырға тейеш

Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, етем ҡалған балалар буйынса мөрәжәғәттәр бик күп. Ошо көндәрҙә «Инцидент Менеджмент» системаһына бик мөһим хат килде. Автор, эштән бушатыуҙарынан ҡурҡып, хәбәрҙе аноним рәүештә ебәргән. Уны Благовар районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттағы хәл борсой.

Благовар районындағы приютта канализацияның эшләмәүенә авторҙың йөрәге әрней. Тәрбиәләнеүселәр йыуына ла алмай, тип яҙа ул. Етмәһә, бина һалҡын. Быға зарланып, өҫтәгеләргә мөрәжәғәт итеү файҙа килтермәгән: яуап итеп бер-нисә йылытҡыс ебәреп ҡотолғандар. Тик йылытыу ҡорамалдары ғына хәлде ҡотҡармай, ғаилә усағы йылыһынан мәхрүм балалар приютта ныҡ өшөй икән. Әйткәндәй, йылытҡыстарҙы янғын хәүефһеҙлеге буйынса балалар учреждениеларында ҡулланыу тыйылған да. Благовар приютын иҫәпкә алғанда, икеләтә ҡурҡыныс, сөнки бында электр сымдары иҫке. Ҡасандыр яңы ҡаҙанлыҡ төҙөү өсөн 5 миллион һум аҡса бүленгән, тик был сумманың нимәгә тотонолғаны билдәһеҙ.
Балалар йортона оҙатылғансы, сабыйҙар приютта үҙ яҙмыштары хәл ителгәнде көтә. Артабан кемдер кире ғаиләһенә ҡайтарыла, икенселәр балалар йортона оҙатыла. Бында етемдәр ваҡытлыса йәшәй, шуға күрә шарттар бигүк яҡшынан булмаһа ла ярай, тип иҫәпләй, күрәһең, ҡайһы бер эшкинмәгән етәкселәр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа хат яҙылыу менән улар иҫенә килгән һәм хаталарын төҙәтергә тотонған да инде. Приюттағы балаларҙы йылытыу өсөн йылылыҡ шаршауы һәм насосҡа аҡса тапҡандар. Йылы иҙәнгә лә заказ бирелгән. Ә бына ватыҡ канализация мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала.
«Әлеге ваҡытта социаль приютта ауыр тормош хәлендә ҡалған 15 бала иҫәпләнә. Бинала бүлмә температураһы 22-25 градус, балалар футболкала йөрөй. Ҡаҙанлыҡ штат режимында эшләй. Канализация менән проблема арҡаһында һигеҙ йыуынғыстың алтауһы яраҡһыҙ. Приют урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, «Водхоз» йәмғиәте тарафынан ремонт эштәре үткәреү ҡаралған», — тип яуап бирә Первомай ауыл биләмәһе башлығы Замира Мозговая.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.





Автор: А.Зиннурова, Л.Хәлитова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға