«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште



13.12.2018 Ошо көндәрҙә Сибайҙа экологик хәл ҡырҡа киҫкенләште

Ҡала ситендәге тәрәнлеге 500 метрлыҡ һәм радиусы 1 саҡрымлыҡ карьерҙа мәғдән химик реакцияға ингән. Һөҙөмтәлә көкөртлө төтөн ҡуйы томан булып ҡалаға таралған. Кешеләр һаулыҡ торошоноң насарайыуына зарлана, кисен һәм төндә көслө томан күҙәтелгән.

Кисә иртәнсәк иҫкән ел томанды бер аҙ таратҡан, шулай ҙа халыҡ һаман да борсола.

Әле карьерҙағы төтөн сыҡҡан ике урынды һыу, балсыҡ һәм мәғдән менән ләмләндереп күмәләр, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы лабораторияһы һауаны тикшерә.

Фотоны Айгиз Ғабдуллин төшөргән.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға